«Торатау» конгресс-холлында үткән ҡунаҡсыллыҡ конкурсында 15 төбәктән ашнаҡсылар, кондитерҙар, рестораторҙар, аш-һыу технологтары ҡатнаша. Командалар тематик өҫтәлдәр конкурсына ярашлы бай күргәҙмә тәҡдим итте, үҙ проекттарын яҡланы. Өҫтәлдәрҙә тәм-том, ҡамыр продукцияһы, милли ризыҡтар, сәләмәт туҡланыу өлгөләре урын алды.
Кулинария чемпионатында бешереү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Ашнаҡсылар тәжрибә уртаҡлашып, аш-һыу оҫталығында көс һынаша. Еңеүсегә Мәскәүҙә белем алыуға юллама бирелә. Бынан тыш, конкурстанттар кофемашина, ашхана өсөн техника, ҡиммәтле һауыт-һаба менән бүләкләнәсәк. «Гастро мастер» Бөтә Рәсәй кулинария чемпионаты 14 сентябргә тиклем дауам итә.






