Башҡортостан башлығы указы менән, Лилиә Ғүмәрова йәнә сенатор - Федерация Советында Башҡортостандан дәүләт башҡарма власть органы вәкиле вәкәләттәренә эйә булды. Ҡарар «Рәсәй Федераль Йыйылышы Федерация Советын формалаштырыу тәртибе» тураһындағы федераль законға ярашлы ҡабул ителгән. Алдараҡ Лилиә Ғүмәроваға сенатор вәкәләттәре 2019 йылдың сентябрендә йөкмәтелгәйне. Лилиә Салауат ҡыҙы Федерация Советында 2014 йылдан ағза булып тора. 2016-2019 йылдарҙа ул Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, 2019 йылдан ошо уҡ комитет рәйесе. Лилиә Ғүмәрова «Дуҫлыҡ ордены», 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орден миҙалы менән бүләкләнгән.



