Сарала ҡатнашыусылар банандарҙы ҡырҡты. Йылы яҡ үҫемлеге ни өсөн ҡышҡылыҡҡа ҡалдырылмай? Яуапты БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева эҙләне.
Банан ағас та, ҡыуыҡ та, пальма ла түгел, үләндәр төрөнә ҡарай, тап шуға ла тиҙ үҫә икән. Көҙ етеү менән ҡырҡып ташламағанда, ҡыш теплицаның ҡыйығын емерәсәк. Банандың гигант сортының 10-15 төбө йыл һайын бысып алына.
Урмансылар көнө уңайынан лимонарийға өмәгә Өфө урман хужалығы техникумынан тыш Бөрө, Дүртөйлө ҡалаларынан йәш экологтар килде. Уҡыусылар өсөн беҙҙең яҡҡа хас булмаған үҫемлектәрҙе үҙ күҙҙәре менән күреп өйрәнеү, биология фәненән белемде арттырыу өсөн дә файҙалы.
Ҡырҡып алынғандан һуң үләндең йыуан олоно сүпкә сығарылмай, унан минераль ашлама яһала.
Участкала бәрхәт банан да бар. Ғәҙәттә, банан тамырҙан үҫтерелһә, был сорт орлоҡтан.
Яҙ айҙарына тиклем ҡырҡып алынған банан төбөнән үҫеп тағы ҡыйыҡҡа күтәреләсәк, гел ҡырҡып торғанға ул еләк биреп өлгөрмәй. Ә ғәҙәттә башҡа банандарҙың олоно ла еләге бешкәндән һуң һуң шулай уҡ бысып алына, сөнки уңышты улар бер тапҡыр ғына бирә.
Рәмилә Исмәғилева






