Башҡортостан милли музейында «Уйынсыҡ йәне» күргәҙмәһе асылды

Экспозицияла уҙған быуаттарҙан билдәле уйынсыҡтар өлгөләре, халыҡта киң таралған ҡурсаҡтар, геройҙар, әкиәт персонаждары урын алды. Ҡурсаҡтарҙың йөҙҙәрендә күҙ, танау, ауыҙ һүрәтләнмәгән, сөнки борон халыҡ ижадында тере йән эйәләре генә күҙле булырға тейеш тигән фекер йәшәгән. «Уйынсыҡ йәне» күргәҙмәһе Ғаилә йылына арналған. Сағыу, ҡыҙыҡлы, бай экспозиция октябрь аҙағына тикле дауам итә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ