Уны ойоштороуҙан йыйылған аҡса махсус хәрби операция яугирҙәренә ебәрелә. “Ил һағына баҫҡан ҡыйыу яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Беҙ уларға теләктәшлек белдерәбеҙ. Ярҙамыбыҙ тыуған яҡ сәләме булып барып етһен”, - ти район хакимиәтенең мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге етәксеһе Илһам Күсмөхәмәтов.







