“Атайсал” республика проекты биләмәләрҙе төҙөкләндерергә, матурларға һәм йәшелләндерергә ярҙам итә. Кешеләрҙе берләштерә һәм яҡынайта. Тыуған яғы өсөн изге эштәр башҡарыусылар һаны артҡандан-арта бара. Бөгөн йәнтөйәгенә ярҙам итеүселәр исемлегендә 5 мең ярымдан ашыу кеше теркәлгән.
“Атайсал” проектында илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә йәшәгән яҡташтарыбыҙ ҡатнаша. Республикала 1 миллиард 300 миллион һумға төрлө эштәр башҡарылған.
“Йәнтөйәге өсөн яҡшы эштәр башҡарырға теләгәндәр арта, беҙҙең сафтар киңәйә”, - ти Баймаҡ эшҡыуары Илсур Нәбиуллин. Ул тыуған яғында мәсеттәр һалдырған, етем балаларға, яугирҙәргә һәм әсәләргә ярҙам итә.
“Атайсал” республикалағы берҙәмлекте нығыта тигән фекерҙә Әхәт Әсәҙуллин. Шишмә районы Өйҙөрәк ауылында тыуып үҫкән яҡташыбыҙ бөгөн Мәскәүҙә йәшәй. Ул илдең атҡаҙанған хәрби белгесе, авиация генерал-майоры.
“Башҡортостанда изге күңелле кешеләр йәшәй. Улар бер-береһенә ярҙам итә. Ауылда элек-электән ҙур эштәр өмә менән башҡарылған. Беҙ ошо йоланы дауам итәбеҙ. “Атайсал” проекты ла халыҡ традицияларына нигеҙләнә”. Борай район Советы секретары Илшат Камалов шулай тип белдерҙе. “Борай районы “Атайсал” проектында әүҙем ҡатнаша. Бөгөнгә 300-ҙән ашыу эш теркәлгән”, - ти Илшат Камалов.
“Яҡташтарым “Атайсал” проектына әүҙем ҡушылды. Һәр кем ауылдарҙы төҙөкләндереү һәм матурлауға ҙур өлөш индерә”, - ти Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте вәкиле Фәрғәт Ҡотлобаев.
“Атайсал” проекты Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров башланғысы буйынса 2021 йылда тормошҡа ашырыла башланы. “Атайсал” тыуған еренә ярҙам итергә теләгән кешеләрҙе берләштерҙе. Уға билдәле сәйәсмәндәр, бизнес вәкилдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә ҡушылды.
““Атайсал” ауылдарҙы һәм ҡалаларҙы матурларға ярҙам итә. Тыуған яғы өсөн янып көйгән кешеләр яҡшы башланғыстарға нигеҙ һала”, - ти Салауат районы Мөрсәлим ауылынан Зөфәр Зарипов.
Мәсетле районы Һабанаҡ ауылынан Айнур Зәбихуллин тормош иптәше менән “Мәрхәмәтлек йорто” проектына нигеҙ һалған. “Ярҙам итеү ниәте кешеләрҙе берләштерә”, - ти ул.
“Атайсал” проектына Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров башланғысы буйынса нигеҙ һалынды. “Ул республикала йәшәгән халыҡтарҙың милли йолаларына таянып булдырылды”, - ти Бшҡортостан преьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев.
Балалар һәм спорт майҙансыҡтары, социаль учреждениеларҙы ремонтлау, биләмәләрҙе тәртипкә килтереү, шишмәләрҙе төҙөкләндереү, юл һалыу. Меценаттар тиҙ арала хәл итергә кәрәкле йүнәлештәрҙе һайлай. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү проекттағы мөһим йүнәлештәрҙең береһе. Халыҡ ярҙамы менән республиканан алғы һыҙыҡҡа тепловизор, төнгө ваҡытта ҡулланылған камера, дрондарға ҡаршы ҡорал, квадрокоптер һәм рациялар ебәрелде. Был сараларҙың барыһы ла ил һағына баҫҡан ир-егеттәргә бурыстарҙы үтәгәндә ярҙам итә. Бөгөн Башҡортостан йәмғиәте көслө лидер – Радий Хәбиров янында берләште. “Атайсал” ошо берҙәмлекте тағы ла нығытырға, ҡеүәтен һәм мөмкинлектәрен арттырырға булышлыҡ итә. “Атайсал” ысын патриоттар проекты. “Атайсал” – тыуған ергә һәм Ватанға һөйөү тәрбиәләгән проект. Халыҡ мәнфәғәтен яҡлау маҡсатында халыҡ ҡатнашлығындағы проекты.
Автор: “Юлдаш” радиоһы











