«Изгелек марафоны». Баймаҡта Стәрлетамаҡ ҡалаһының «Норис» клиникаһы табиптары һәм «Павильон» рок төркөмө артистары булды. Марафонда ҡатнашыусыларға легендар төркөмдөң концертын ҡараны бушлай табиптарға күренде.
«Павильон» рок-төркөмө махсус хәрби операция башланғандан алып яу яланында һәм госпиталдәрҙә сығыш яһай, һалдаттарҙың рухтарын күтәрә. Республикаһы башлығының грант конкурсында еңеп сыҡҡан «Изгелек марафоны» проектына ярашлы улар Стәрлетамаҡтың «Норис» клиникаһы менән берлектә район һәм ҡалалар буйлап йөрөй, яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләре менән осраша.
Август айынан башланған «Изгелек марафоны» 2025 йылдың мартына тиклем республиканың ҡала һәм райондары буйлап үҙ эшен дауам итә. Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә үткән сараның «Норис» клиникаһының махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларына ниндәй ярҙам күрһәтә алыуы, реабилитация үтеү, психологик ярҙам буйынса мәғлүмәт еткерҙе, теләгән һәр кем бушлай табипҡа күренде, консультация алды.
Раушания Рәхимова






