Башҡортостанда Бөтә Рәсәй айыҡлыҡ аҙналығы бара

Ул Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан 11 сентябрҙә билдәләнгән айыҡлыҡ көнө сиктәрендә уҙғарыла. Был сараның төп маҡсаты-йәмәғәтселекте алкоголь эсемлектәр ҡулланыуға ҡаршы көрәшкә саҡырыу. Республикала был мәсьәләгә айырым иғтибар бүленә. Властар тыйыуҙар индереп кенә ҡалмай, «Айыҡ ауыл» республика конкурсы кеүек ярыш тәҡдим итә. Мохтаж булғандарға Өфөлә 14 йыл инде хәмер ҡулланған кешеләр өсөн социаль-реабилитация үҙәге эшләй. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Артабан анализдар ҡанда алкоголь концентрацияһы кимәле һөҙөмтәләрен күрһәтә.Спиртлы эсемлектәр ҡулланыусыларҙа был күрһәткес йыш ҡына норманан күпкә юғарыраҡ. Өфө социаль-реабилитация үҙәгендә саманан тыш спиртлы эсемлектәр ҡулланып, интеккән кешеләргә ярҙам күрһәтелә.

Социаль реабилитация үҙәгенә йыш ҡына ҡала урамдарында хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә эләккәндәр килә. Улар бында тикшереү үтә һәм айыҡтырылв . Бар хеҙмәттәр ҙә ирекле һәм бушлай.Оҙаҡҡа ҡалырға теләмәгәндәрҙе туғандары килеп ала, ҡалғандарға йоҡларға урын бирелә, белгес ярҙамы күрһәтелә.

Фельдшер, администратор һәм шәфҡәт туташы һәр ваҡыт эш урынында. Йыуыныу өсөн душ , 34 кешегә иҫәпләнгән койка-урындар, алкоголь интоксикацияһына ҡаршы дарыуҙар менән медицина кабинеты һәм унда табипҡа тиклемге беренсе ярҙам күрһәтеү өсөн кәрәкле ҡорамалдар бар.

Социаль-реабилитация үҙәгенә көн һайын 5-20 кеше килә. Хәмер ҡулланыусыларҙың йыл башынан 6000 тапҡырҙан ашыу ҡандағы алкоголь кимәле үлсәнгән. Әммә үҙәктең төп маҡсаты-ҡала халҡының ғүмерен һәм һаулығын ваҡытлыса һаҡлап ҡалыу ғына түгел, ә кешеләрҙе айыҡлыҡ юлына йүнәлтеү.

Беҙ предприятие һәм ойошмаларға барып хеҙмәт коллективтары алдында сығыш яһайбыҙ. Мәктәптәрҙә уҡыусылар алдында, махсус һәм юғары уҡыу йорттары студенттары алдында лекциялар уҡыйбыҙ.

Нурсилә Ғәббәсова, Социаль реабилитация үҙәге белгесе

Айыҡ, ә иң мөһиме сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыусы мөһим социаль әһәмиәтле проекттарҙың береһе - «Айыҡ ауыл»республика конкурсы. Ул 2019 йылдан алып уҙғарыла һәм 5 йыл эсендә конкурста 3 меңдән ашыу ауыл һәм ҡасабаларҙа йәшәгән, 30 меңгә яҡын активист һәм меңдән ашыу ирекмән ҡатнашҡан. Проект халыҡты берләштерә, спортҡа ылыҡтыра, йәш быуынға өлгө күрһәтә.

Бөтә Рәсәй айыҡлыҡ көнө - ул йәмғиәткә һау-сәләмәт булырға ынтылыу хаҡында иҫкәртеү ҙә. . Өфөлә генә социаль-реабилитация үҙәгенең ике бүлексәһе асылған.Тәүгеһе Калинин, Орджоникидзе, икенсеһе Совет, Киров һәм Ленин райондарын хеҙмәтләндерә. Үҙәк ишеге тәүлек әйләнәһенә асыҡ, инеү аноним. Тулыраҡ мәғлүмәтте QR-код , йәки бәйләнештә социаль селтәрендәге һылтанма буйынса табырға мөмкин.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ