Әсә һәм бала һаулығы. Сибай ҡалаһының Бала табыу йортонда капиталь ремонт дауам итә. Тиҙҙән әсә булырға әҙерләнеүсе ҡатын-ҡыҙҙар яңыртылған бүлектең бөтә уңайлыҡтарын баһалай аласаҡ. Капиталь ремонт «Сәләмәтлек» милли проектының «Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу» төбәк программаһы сиктәрендә уҙғарыла. Сибай район-ара перинаталь үҙәгенең икенсе ҡатында капиталь ремонттан һуң ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы, патология һәм яңы тыуған сабыйҙар реанимацияһы бүлеге урынлашасаҡ. Биналар үҙгәртеп ҡорола, стеналар, иҙәндәр һәм түшәм алмаштырыла. Иркен палаталар заманса ҡорамалдар һәм мебель менән йыһазландырыласаҡ.



