Ошо уңайҙан күргәҙмә, флешмоб һәм конкурстар ойошторолдо. “Милли кейем халыҡтың рухи байлығын сағылдыра. Милли кейем көнөн хуплайым”, - ти фәлсәфә фәндәре докторы, профессор Фәнил Фәйзуллин.
“Милли кейем – асылыңа ҡайтыу”, - юридик фәндәр докторы, профессор Рафаил Зинуров.
Башҡортостанда 2020 йылдан башлап йылына ике тапҡыр Милли кейем көнө үтә. Апрелдең өсөнсө, сентябрҙең икенсе йомаһы ошондай байрам булараҡ иғлан ителде.




