Иң юғары баҫҡысты Ярославлдән “Локомотив” клубы биләй. Омскиҙың “Авангард”ы менән Мәскәүҙән “Спартак” командалары икенсе-өсөнсө урындарҙы бүлешә. “Салауат Юлаев” рейтингта 4-се баҫҡысҡа ҡуйылған. Юлаевсылар чемпионатта 3 уйын уҙғарып, өсөһөндә лә еңеү яуланы. Иртәгә беҙҙең хоккейсылар Екатеринбургта “Автомобилист” менән көс һынаша.




