Башҡортостанда быйыл талпандан зыян күргән 8 мең 100-ҙән ашыу кеше медицина учреждениеһына мөрәжәғәт иткән. Гигиена һәм эпидемиология үҙәге лабораторияһы белгестәре 9 меңләп бөжәкте тикшергән, уларҙың 1 процентында энцефалит вирусы асыҡланған. Республикала балаларҙы һауыҡтырыу һәм ял лагерҙарындағы бөтә майҙандар талпанға ҡаршы эшкәртелгән. Йыл башынан 25 меңгә яҡын кеше энцефалиттан прививка алған.







