“Иҡтисадты нығытыу, ижтимағи-сәйәси тотороҡлоҡ тәьмин итеү беҙҙең ил һәм республика алдында торған төп бурыс – махсус хәрби операцияға ярҙам итеү”. Башҡортостан етәксеһе шулай тип белдерҙе.
“Батырҙар яҙмышы – илебеҙ яҙмышы. Уларҙың ҡаһарманлығы тарих яҙырлыҡ. Ил һаҡсыларын онотмаҫҡа һәм оноттормаҫҡа тейешбеҙ”. “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина шулай тип белдерҙе. “Махсус хәрби операцияла ауылдаштар, туғандар бергә ҡатнаша. Улар бер-береһенә терәк, ышаныслы дуҫ булып”, - тора тине ул.
Оскар Ситдиҡов – махсус хәрби операция ветераны. Быйыл июлдә ул президенттың “Геройҙар дәүере” кадрҙар программаһында ҡатнаша башланы. Хәрби Башҡортостан башлығы хакимиәтендә стажировка үтә.
Оскар Ситдиҡов менән бергә “Геройҙар дәүере” программаһында республиканан Рәсәй Геройҙары Степан Белов һәм Борис Дудко ла стажировка үтә. Рәсәй президенты Владимир Путин махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы илдең яңы элитаһы тип атаны.







