Бөгөн республикала Башҡортостан халыҡтары милли кейемдәре көнө билдәләнә. Төбәк халҡы өсөн был мөһим байрам, сөнки бында 100-ҙән ашыу милләт бергә дуҫ йәшәй. Республикала байрам йылына ике тапҡыр үткәрелә. Бөгөн ул бөтә район-ҡалаларҙа ла рухлы кәйефтә үткәрелде. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармония артистары «Башҡортостан» тип исемләнгән өр-яңы йыр тәҡдим итте. Ойошманың бөтә артистары милли кейемдәрҙә байрам хороводында әйләнде. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғилметдинова дауам итә.
Милли кейемдәр төрлөлөгөнән күҙҙәр ҡамаша. Һауанан күҙәтһәң, гүйә, калейдоскопты ҡарайһың. Берәүҙәр - сәхнә кейемен, икенселәр шәхси биҙәүестәр кейгән. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Суплан Асҡарованың һаҡалында хатта XIX быуатҡа ҡараған тәңкәләр бар.
Филармонияның бөтә ижади төркөмө - йырсылар, бейеүселәр, музыканттар - йәмғеһе 300-гә яҡын кеше милли хороводҡа ҡушылды. Башҡорт, рус, татар, казак, үзбәк - әйлән-бәйләндә төрлө милләт кейемен күрергә мөмкин ине.
Хороводта филармония бәлки буласаҡ артистары ла өйрөлдө. Рәил Аллаяров байрамға 7 йәшлек ҡыҙы Әмирә менән килгән. Ғаилә башлығы халыҡ ҡиммәттәрен балаларына ла тапшырырға тырыша.
Башҡортостан Милли музейында ла милли рух тантана итте. Майҙандарҙың береһендә Урал казактары вариҫтары селтәр үреү серҙәре менән бүлеште. Ҡасандыр ошондай селтәрҙәрҙе башлыса юғары ҡатлам вәкилдәре генә һатып ала алған. Биҙәүес махсус орсоҡ - коклюшка ярҙамында үрелә.
Милли кейем модаға инә, уны тегеүселәр ҙә арта. Сәрүәр Аслаева 3 тиҫтә йылға яҡын ул милли биҙәүестәр һәм костюмдар етештерә. Күн, туҡыма, металл - төрлө материал менән берсә оҫта эш итә. Эшендә ул тарихи сығанаҡтарға нигеҙләнә.
Сәхнә милли кейемдәре уны һаҡлауға бер өлөш индерҙе. Шулай ҙа сер түгел: сәхнә костюмы тарихынан айырыла. Ә бына Фәйзи Ғәскәровтың «Төньяҡ амурҙары» бейеүендә тәүгә файҙалана башлаған ҡамсат бүрек башҡорт милли кейеменең алыштырғыһыҙ элементына әйләнде. Ошо һәм башҡа үҙенсәлектәр тураһында бөгөн ансамбль костюмеры һөйләне. «Шаян ҡыҙҙар»ҙа, әйтәйек, самауарҙың нисек бүреккә беркетелгәне бөгөнгәсә һорау тыуҙыра.
Милли кейемгә һәр беребеҙҙең үҙ мөнәсәбәте. Тик берәүһе үҙгәрешһеҙ: ошо күлдәк, елән, биҙәүестәрҙә халыҡ тарихы һаҡлана.
Рәзилә Ғилметдинова



