Унда Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте сығарған продукция һатыла. Был турала социаль селтәрҙә Радий Хәбиров хәбәр итә. - Магазин өсөн ҡала үҙәгендә бина һайланыҡ. Ленин урамы - ҡунаҡсыл, бында туристар күп, - тип яҙа ула социаль селтәрҙә. Фирма магазины киләсәктә төрлө йәштәге уҡыусыларҙы йәлеп итеү, мәҙәни ваҡиғалар ойоштороу үҙәге булыр тип күҙаллана. Республика яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов һөйләй.







