Ил хөкүмәте закон проекты әҙерләгән. Ул дәүләт наградаларына лайыҡ булған, махсус хәрби операцияла ҡатнашып ҡайтҡан хәрбиҙәргә ҡағыла. Закон ҡабул ителһә, улар банктар менән кредит килешеүе буйынса йөкләмәләрҙән баш тарта ала, шулай уҡ коммуналь хеҙмәттәр өсөн йыйылған бурысты ҡайтарыуҙан азат ителә. Проект Дума ҡарауына тапшырыла, тип белдерҙе Премьер-министр Михаил Мишустин.







