Берҙәмлек менән көслөләр. «Өфө-Арена» комплексы алдында ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙарҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу тантанаһы үтте. «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкында хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙҙың отпускынан тәьҫораттары һәм еңеүгә ынтылыштары тураһында БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина әҙерләгән яҙмала.
Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң яугирҙарға махсус хәрби операция биләмәһенә юлланырға ваҡыт. Отпуск мәлендә улар барыһы ла ғаиләләре, дуҫтары янында булған, аяҙ көндәр баҡса-ҡыр эштәрен тамамларға булышлыҡ иткән.
«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы хәрбиҙәре алғы һыҙыҡта йылдан ашыу хеҙмәт итә. Күбеһе ҡаһарманлыҡ өсөн дәүләт наградаларына лайыҡ булған. Ялдан һуң ойошторолған оҙатыу тантанаһында ла хәрби бурыстарҙы теүәл үтәүселәр республика Хөкүмәте етәкселегенең Рәхмәт Хаттарын алды.
БСТ телеканалының ижади төркөмө Донбасҡа барып Башҡортостан яугирҙары менән интервьюлар яҙҙыра, репортаждар, документаль фильмдар әҙерләй. Тележурналист Гүзәл Хәмитова сираттағы командировканан ҡайтыу менән хәрбиҙәрҙең теләктәрен иҫәпкә алып гуманитар ярҙам йыйыу ойошторған, ирекмәндәр көсө менән ҙур эш башҡарылыуын билдәләй.
Юлға сығыр алдынан «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы хәрбиҙәренә мәктәп уҡыусыларының хаттары тапшырылды. Майҙанда яңғыраған «Шайморатов генерал» йыры ла егеттәрҙең рухын күтәрҙе.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радмир Хәсәнов был юлы алғы һыҙыҡҡа яҡын кешеһен оҙата - шуға ла яугирҙар алдында сығыш яһау икеләтә яуаплы булды, ти ул.
«Өфө-арена» комплексы алдындағы майҙандан махсус хәрби операция биләмәһенә өс автобус юлланды. Тыуған яҡта ял итеп, көс туплаған яҡташтарыбыҙ йәнә хәрби бурыстарын үтәй башлай.
Гөлназ Хәйбуллина






