Дим районындағы яңы биҫтәне йәшелләндереү «Ғаилә аллеяһы» проекты буйынса тормошҡа ашырыла. Уны ойоштороусы әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Гөлсинә Шәйнурова. Акцияла ҡатнашыусылар менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова аралашты.
Зиннәтуллиндар шыршыны ултыртҡанда илгә тыныслыҡ, ғаилә башлығына махсус хәрби операциянан имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләй. «Панда» ҡушаматлы яугир әле ҡыҫҡа ваҡытлы ялда.
«Яркий» биҫтәһендә йәшәгән Нәфисә Сотланова ла ағас ултыртыу акцияһына ҡушылған. Алғы һыҙыҡта һәләк булған улымдын иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн килдем, мөһабәт шыршы ҡаһарман яугир хаҡында хәтерләтеп торасаҡ, ти ул.
Хәлиуллиндар ғаиләһе Өфөгә быйыл ғына күсеп килгән, әммә үҙҙәре йәшәгән районды яратып өлгөргән дә инде. Уңайлы шарттар булһа, кеше лә, ағас та яңы ергә тиҙ берегә, ти улар.
Акцияла ҡатнашыусылар Ғаилә аллеяһында 5 тиҫтәгә яҡын ағас ултыртты. «Сапсан» халыҡ бейеүҙәре ансамбле сараға тотош коллективы менән килгән. Бейенек тә, йәшелләндереү акцияһында ла ҡатнаштыҡ. Йәшәгән еребеҙҙең күркәмлеге, төҙөклөгө үҙебеҙҙең ҡулда, ти улар.
«Ғаилә аллеяһы» проектын ойоштороусы Гөлсинә Шәйнурова. Ул йәшелләндереү акцияһын Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы грантына тормошҡа ашыра. Берҙән йәшәгән еребеҙ матурая, икенсенән был сара тәрбиәүи әһәмиәткә эйә, ти ул.
Шыршылар яңы ергә берегеп, тамыр нығытһын өсөн уларҙы тәрбиәләп, һыу һибеп тороу мөһим. Һәр ғаилә үҙенең ағасы өсөн яуаплы. Үҫентеләрҙе ултыртҡандағы теләктәр тормошҡа ашыһын өсөн ағастың үҫеп китеүе мөһим, шуға ла беҙ уларҙы күҙ ҡараһылай һаҡлаясаҡбыҙ, ти акцияла ҡатнашыусылар.
«Яркий» Дим районының ғына түгел, Өфөнөң иң йәш, төҙөк, сағыу биҫтәләренең береһе. Әле бында ун меңгә яҡын кеше йәшәй. Тотош бер ҡаласыҡ. «Яркий»ҙа заманса полилингваль мәктәп, балалар баҡсаһы урынлашҡан. Әле биҫтә халҡы биләмәне йәшелләндереү, төҙөкләндереү өҫтөндә актив эш алып бара.
Рәмзиә Кәримова






