Баймаҡта Милли кейем көнө билдәләнде

Республикала Милли кейем көнө билдәләнде. Йылына ике тапҡыр үткәрелгән байрамдың төп маҡсаты - тыуған төйәгебеҙҙә йәшәгән төрлө милләт вәкилдәренең рухи-мәҙәни ҡиммәттәрен үҫтереү, халыҡтар дуҫлығын нығытыу. Теманың дауамы Баймаҡтан әҙерләнгән яҙмала.

Баймаҡ ҡалаһында милли кейем көнө киң билдәләнде. Байрам уңайынан иғлан ителгән дефиле конкурсында бөтәһе 6 конкурсант ҡатнашты. Түбәнге Иҙрис ауылынан “Зарифа” халыҡ фольклор ансамбле “Үҙебеҙ теккән кейемдәрҙән” тип аталған композиция менән сығыш яһаны.

“Милли кейем” көнөнә арналған ҡул оҫталарының күргәҙмәһе эшләне. Баймаҡ ҡалаһының “Хазина” клубында шөғөлләнеүсе Яңылбикә Таһирова кейеҙҙән баҫылған баш кейемдәре, стилләштерелгән түшелдерек, ҡашмау, хәситәләҙе халыҡ иғтибарына тәҡдим итте.

Сара барышында Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгенең интернет киңлектәрендә онлайн форматта ойошторолған “Мин милли кейемдә” конкурсына йомғаҡ яһалды, еңеүселәр бүләкләнде. Байрам һуңында ҡатнашыусыларға халыҡ ижады артистары бейеү буйынса мастер класс, флешмоб үткәрҙе.

Раушания Рәхимова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ