Башҡортостан халыҡтары милли кейемдәре көнө республикала байрамса үтте

Хәйбулла районы үҙәгендә, мәҫәлән, төрлө халыҡ күлдәктәре менән дефиле күрһәтелде. Уның барышында районда йәшәгән башҡорт, рус, татар, сыуаш, удмурт халыҡтарының милли кейемдәре күрһәтелде. Юғары зауыҡ менән тегелгән милли кейемдәрҙә үтеүселәрҙе халыҡ алҡышлап ҡабул итте. Сара күңелле йыр-моң менән үрелеп барҙы. Байрам тиҫтәләгән халыҡты бер майҙанға йыйҙы. Сағыштырмаса йәш дата булыуына ҡарамаҫтан, был көндө хәҙер район халҡы көтөп ала.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ