Радий Хәбиров Владислав Орловскийға Шайморатов миҙалын тапшырҙы

Уңыш һәр ваҡыт үҫеш юлында булғандарға, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләгәндәргә йылмая. Һайлау үтте, башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды, алда яңы бурыстар тора, тине Радий Хәбиров бөгөнгө оператив кәңәшмәлә. Республика башлығы министрлыҡ-ведомстволар етәкселәренә төп эш йүнәлештәрен билдәләне. Радий Хәбиров шулай уҡ Уҡсылар полкының медицина ротаһы госпитале етәксеһе Владислав Орловскийға Шайморатов миҙалын тапшырҙы, махсус хәрби операцияға юлланған Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаевҡа оло ихтирамын белдерҙе. Аҙнаның төп темалары тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

850 миллиард һумға иҫәпләнгән 375 инвестиция проекты Башҡортостанда өҫтөнлөклөләр исемлегенә инә. Йәғни уларға һалым, ҡуртым ташламалары ҡаралған тигән һүҙ. Дәүләт ярҙамы үҙ һөҙөмтәһен бирә. Республика башлығы 2030 йылға тиклем йәлеп ителгән инвестиялар күләмен 1 триллион һумдан арттырыу бурысын ҡуйҙы. Әле төбәк эшҡыуарҙарының дөйөм Рәсәй динамикаһына индергән өлөшө башҡа субъекттар менән сағыштырғанда ике ярым тапҡырға артығыраҡ.

520 миллион һумға иҫәпләнгән 25 инвестиция проекты Янғантау һәм Торатау геопаркы биләмәһендә тормошҡа ашырыла. Быйыл «Янғантау» һәм «Торатау» геопарктары 600 меңдән ашыу кеше ҡабул иткән. Уҙған ял көндәрендә генә Торатауға туристар ағымы 13 мең кеше тәшкил иткән. Йәйҙең ямғырлы килеүе туристар һанын көметкән, әммә дөйөм күрһәткес яҡшы. Радий Хәбиров инфраструктураны үҫтереү бурысын ҡуйҙы.

Республика етәксеһе электричкаларға сират булыуына ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Туристар уҙған ялда Белорет районының Инйәр һәм Айғыр йүнәлешендәге вагондарҙың тулы булыуына зарланған. Оператив кәңәшмәлә юл буйы сервисын үҫтереү хаҡында ла һүҙ барҙы. Радий Хәбиров трассалар буйында урынлашҡан элекке контроль-иҫәп пункттарының биләмәләрен маҡсатҡа ярашлы файҙаланыу бурысын ҡуйҙы. Улар урынына визит үҙәктәре эшләргә мөмкин.

Башҡортостан башлығы контракт буйынса махсус хәрби операция биләмәһенә юлланған Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаевҡа, хәрби комиссар Ринат Зәбировҡа, ҡала советы депутаты Әхәт Аҫылбаевҡа оло ихтирамын белдерҙе. Радий Хәбиров Республиканың спорт министрлығына махсус хәрби операция ветерандарын спортҡа йәлеп итеү, шарттар тыуҙырыу буйынса эш алып барырға ҡушты.

Алда ҙур бурыстар тора, уңыш һәр ваҡыт үҫеш юлында булғандарға, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләгәндәргә генә йылмая, тағы ла яуаплыраҡ һәм һөҙөмтәлерәк итеп эшләйбеҙ, тине Республика башлығы оператив кәңәшмәне йомғаҡлап.

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ