Өфөлә «Рәхмәт-2024» акцияһы суперприздарын тапшырыу тантанаһы үтте

Хәтергеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған аҙнала Башҡортостан юлдаш каналында төп бүләктәр уйнатылды. «Сәләм» тапшырыуы тура эфирында өс яңы фатир, автомобиль, дүрт квадроцикл, Сочиға ғаилә юллмаһы һәм республиканың ял базаһына ял туры хужалары билдәләнде. Акцияла бөтәһе миллиондан ашыу QR-билет теркәлгән. Өфөнән яңы фатирҙы Шишмә районынан Әхмәҙиевтар ғаиләһе еңде. Ошондай уҡ бәхет Бөрө районынан Плоховтар ғаиләһенә лә йылмайҙы. Ә бына «Нива» автомобиле Октябрьскийҙа йәшәүсе Сәфәровтарға юллана. Туймазынан Ғарифйәновтар Сочиға ял итергә барасаҡ.

Һайлауға барып, билеттар алдыҡ. Ҡыҙым уны теркәне. Йома беҙгә шылтыратып фатир отоуыбыҙ тураһында хәбәр иттеләр. Уңыш йылмайыуына ышанып бөтөп булмай.

Галина Плохова «Рәхмәт-2024» акцияһында фатир отоусы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ