Башҡортостандан ситтә лә милләттәштәребеҙ туған телен өйрәнә, халҡыбыҙ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе онотмай Ханты-Манси автономиялы округы - Ҡағалым ҡалаһында «Мираҫ» этно-үҙәге һәм йәкшәмбе мәктәбе асылды. Рухи берҙәмлек, ситтә йәшәгән ватандаштарыбыҙ үҫешенә арналған саралар хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Ҡағалым Өфөнән 2 мең саҡрым алыҫлыҡта. Ҡалала 1600 башҡорт ғүмер итә. Башлыса нефть, газ сәнәғәте өлкәһендә эшләүсе милләттәштәребеҙ тыуған ерҙән ситтә лә үҙ тамырҙарын онотмай. Һәр ғаилә үҙ балаларында ата-бабаларыбыҙ йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә, тыуған телгә, илгә һөйөү тәрбиәләргә ынтыла. Ҡағалымда «Мираҫ» этноүҙәге асылыу халыҡ кәсептәре, ҡул эштәренә өйрәтеүҙе яйға һаласаҡ. Башҡортостандан ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙ араһында рухи берҙәмлекте, дуҫлыҡ ептәрен нығытырға булышлыҡ итер,тип күҙаллана.
Ҡағалымда йәкшәмбе мәктәбе асылыуы милләттәштәребеҙ өсөн көтөп алынған ваҡиға. Башҡорт ғаиләләре һәм был ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе балалар уны ҙур байрам булараҡ ҡабул итте. Ситтә йәшәүсе яҡташтарыбыҙҙы китаптар, методик әсбаптар менән Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы тәьмин иткән.
Йәкшәмбе мәктәбендә 17 бала башҡорт телендә белем эстәйәсәк. Улар ҡунаҡтарға башҡорт телендә уйындарҙы, йолаларҙы күрһәтте.
Ҡағалымда йәшәүсе башҡорттарҙың тыуған телен, милли үҙенсәлектәрен һаҡлауҙағы изге башланғыстары ҡала хакимиәте, өлкә думаһы депутаттары тарафынан да хуплана. Башҡортостандан ситтә йәшәһәләр ҙә уларҙа тыуған ергә ҡарата илһөйәрлек тойғолары көслө. Республика етәкселеге, йәмәғәт ойошмалары ла ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙ йәшәйешен һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә тота һәм ярҙам ҡулы һуҙа.
Гүзәл Борханова






