Башҡортостанда йәшәүселәр «Сәләмәтлек диктанты» мәғариф акцияһында ҡатнаша ала

Ул 16 сентябрҙән 21-нә тиклем Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә лә үтә. Санитар-гигиена грамоталыҡты һәм сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырған күләмле сара 13 йәштән өлкән граждандандар өсөн тәғәйенләнгән. Яҙма эштә шәхси гигиена, дөрөҫ туҡланыу һәм ауырыуҙарҙы иҫкәртеү буйынса белемде һынап ҡарарға мөмкин. Барлығы 39 һорау бирелә, һәр ҡайһыһында өс вариант яуаптың дөрөҫөн билдәләргә кәрәк. Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәтенең санщит.рус порталында онлайн-тест үтергә була. Диктант һөҙөмтәләре буйынса электрон сертификат тапшырыла.

«Сәләмәтлек диктанты» икенсе йыл уҙғарыла. Былтыр акцияға Рәсәйҙә 400 меңгә яҡын кеше ҡушылғайны. Быйыл да республика күләмле сарала ҡатнаша, тәүгеләрҙән булып диктантты мәктәп уҡыусылары - медицина кластарында белем алыусылар яҙҙы. Һаулыҡты нығытыу йүнәлеше буйынса үҙ белемен һәр кем тикшереп ҡарай ала, әүҙемерәк булығыҙ!

Анна Казак, Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү буйынса хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы етәксеһе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ