Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров был турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙған. “Яңы уҡыу йылында Баймаҡ районында тағы ла бер ошондай белем усағы асылды. Ул 9-сы полилингваль мәктәп. Бөгөн улар Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Сибай, Учалы ҡалаларында, МИшкә һәм Хәйбулла райондарында уңышлы эшләй”, - тип белдерә республика етәксеһе. Бөгөн Әбйәлил районы Асҡар ауылында балалар баҡсаһы менән берләштерелгән мәктәп төҙөлә. Бишбүләк һәм Тәтешле райондарында ошондай белем үҙәктәре һалыу ҡарала. Әле унда пполилингваль кластар булдырылған. “Республика полилингваль мәктәптәре үҙенсәлекле программа буйынса уҡыта”, - ти “Смарт” 2-се республика күп профилле полилингваль гимназия директоры Наил Әминев.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, полилингваль белем биреүҙе үҫтереү программаһы 2030 йылға тиклем иҫәпләнә.







