Әбйәлил районы Асҡар ауылында парк асылды

Ул “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы буйынса төҙөлгән. Республика Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, “Ҡурай” паркы 2022 йылдан башлап яңыртыла. Биләмә башҡорт халыҡ уйын ҡоралы рәүешендә эшләнгән, атамаһы ла ошоға бәйле һайланған. Паркта ял һәм пикник урындары, яр буйында ҡомлоҡ булдырылған. Сәхнә һәм балалар майҙансығы бар, яҡтыртҡыстар һәм видеокүҙәтеү ҡоролмалары урынлаштырылған. Киләһе йылда спорт зонаһын төҙөү ҡарала. 2020 йылда Әбйәлил районы Ташбулат ауылында “Ҡарабалыҡлы”, ике йыл элек Төньяҡ ҡасабаһында “Төньяҡ балҡышы” тигән парк асылды. Республикала йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүгә етди иғтибар бирелә. Быйыл 123 биләмә тәртипкә килтерелә. Бының өсөн федераль бюджет аҡсалары йәлеп ителә. Яңыртыласаҡ объекттарҙы халыҡ тауыш биреү юлы менән һайлай. 

Фото №1 - Әбйәлил районы Асҡар ауылында парк асылды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ