Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры вазифаһын башҡарыусы Алексей Гусев белдереүенсә, яңы меню уҡыусыға үҙе теләгән ризыҡты һайлау мөмкинлеген бирә. Проект 16 районда ғәмәлгә ашырыла. Киләсәктә, ата-әсәләр ризалығын алғандан һуң вариатив меню 42 район һәм ҡала округында ҡулланыла башларға тейеш.




