Был уҙған йылдың ғинуар-август айҙары менән сағыштырғанда 21 процентҡа күберәк, тип хәбәр итәләр Республика ҡала яны пассажирҙар компанияһынан. Өфө агломерацияһында электр поездар һаны 46-ға еткерелгән. 6 вагонлы "Ҡарлуғас" поезы 16 маршрут буйлап йөрөй. Августа республика тимер юлынан шулай уҡ биш вагонлы "Финист" йөрөй башланы.







