Балалар баҡсалары тәрбиәселәре өсөн гранттар артты

Республика Башлығы Радий Хәбиров указға төҙәтмәләр индерҙе. Уға ярашлы, йәш педагогтар өсөн йыл һайын бирелгән гранттар һаны 50-нән 75-кә еткерелде. Һәр береһенең суммаһы - 575 мең һум. Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйылдан башлап йыл һайын 75 йәш тәрбиәсе грант ала. Быйыл 50 грант бирелгән, тағы 25 грант алыусы асыҡлана.

Фото №1 - Балалар баҡсалары тәрбиәселәре өсөн гранттар артты
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ