Республикала халыҡ шағиры Рәшит Шәкүрҙең исеме мәңгеләштерелә

Ошо турала Указ бар. Документҡа ярашлы, Стәрлетамаҡ районындағы мәктәптәрҙең береһенә шағир исемен биреү мөмкинлеге ҡарала. Шулай уҡ  Өфө урамдарының береһе Рәшит Шәкүр исемен алыуы мөмкин. Ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылырға тейеш. “Рәшит Шәкүр бар ғүмерен халыҡҡа хеҙмәт итеүгә бағышланы. Ул бик күп уҡыусылар тәрбиәләне. башҡорт теле үҫешенә тос өлөш индерҙе. Рәшит Закир улының фәнни һәм әҙәби мираҫын өйрәнеү, һаҡлау беҙҙең төп бурысыбыҙ”, - ти танылған ғалим Фәнил Фәйзуллин.

Республикала халыҡ шағиры Рәшит Шәкүрҙең исеме мәңгеләштерелә

Рәшит Шәкүр Өфө һәм Стәрлетамаҡ районының Почетлы гражданы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.  Башҡортостан дәүләт гимны авторҙарының береһе. Замандаштары уны башҡорт әҙәбиәтенең аҡһаҡалы, халыҡ намыҫы тип атай. Әҙип быйыл 87 йәшендә вафат булды.

Фото №1 - Республикала халыҡ шағиры Рәшит Шәкүрҙең исеме мәңгеләштерелә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ