Өфө Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренең ижади һәм ғилми интеллигенцияһы форумын ҡабул итте

Мәртәбәле сарала Белоруссия, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Төркмәнстан, Тажикстан һәм Әзербайжан делегациялары ҡатнаша. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров форумды асып, гуманитар өлкәлә халыҡ-ара бәйләнештәрҙе нығытыу мөһимлеген билдәләне. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренең ижади һәм ғилми интеллегенцияһы форумы 2006 йылдан алып йыл да уҙғарыла. Гуманитар хеҙмәттәшлек буйынса күләмле сара Рәсәйҙә тәүгә генә ойошторолмай, быға тиклем ул өс тапҡыр Мәскәүҙә үтһә, быйыл мәҙәни үҙәк булараҡ Башҡортостандың баш ҡалаһы һайлап алынған.

Өфөләге форум дөйөм ҡиммәттәр һәм мәҙәниәттәр күп төрлөлөгөнә арналған. Унда Рәсәй төбәктәренән тыш, тағы ла ете дәүләт вәкилдәре - билдәле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша. Улар араһында яҙыусылар ҙа, рәссамдар ҙа, артистар ҙа бар. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сара ҡунаҡтарын сәләмләп, ата-бабалар ҡалдырған бөйөк байлыҡ - халыҡтар дуҫлығы, дөйөм мәҙәни киңлекте һаҡлап ҡалыу мөһимлеген билдәләне.

Форум майҙансығында фән, мәғариф һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре хеҙмәттәшлектең яңы форматтарын ҡарай, мәҙәни-ара диалогҡа төп иғтибар йүнәлтелә. Әйтәйек, «Ижади инновациялар һәм милли мәҙәни традициялар», «Фән һәм мәғариф», «Ирекмәнлек эше» буйынса дискуссиялар үтә. Делегаттар билдәләүенсә, тап гуманитар бәйләнештәр аша халыҡтар араһында ныҡлы, ышаныслы дуҫлыҡ күпере һалына.

Форум сиктәрендә «Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәре халыҡтарының мәҙәни мираҫы» тип исемләнгән китап күргәҙмәһе эшләне. Экспозицияға халыҡ ижады өлгөләре, һирәк баҫмалар һәм ҡулъяҙмалар ҙа ҡуйылғайны.

Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренең ижади һәм ғилми интеллегенцияһы форумы гуманитар хеҙмәттәшлек дәүләт-ара фонды ярҙамында уҙғарыла. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ойошма етәкселегенә рәхмәт белдереп, дәүләт наградалары менән бүләкләне. Ҡунаҡтар форумдың юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләне.

Форум башҡорт ҡунаҡсыллығы менән бик етди ойошторолған. Панель, дискуссия майҙансыҡтары уҙғарып, фекер алышыу, тәҡдимдәр индереү өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырылған. Фонд идаралығы исеменән республика етәкселегенә, мәҙәниәт министрлығына рәхмәтемде еткерәм.

Бюльбюль Оглы Полад, БДБ илдәренең гуманитар хеҙмәттәшлек дәүләт-ара фонды идаралығы рәйесе, Әзербайжандың Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе

Өфө - иң ҙур мәҙәни-мәғариф-фәнни үҙәктәрҙең береһе. Бында күп төрлө мәҙәниәт учреждениелары - филармония, театрҙар уңышлы эшләй, юғары уҡыу йорттары ла бик көслө, сит ил студенттары күп белем ала. Башҡортостанда форумды уҙғарып, ошо матур төбәкте башҡа дәүләттәргә лә күрһәтергә теләнек. Минеңсә, беҙ дөрөҫ ҡарар яһағанбыҙ.

Михаил Швыдкой, БДБ илдәренең гуманитар хеҙмәттәшлек дәүләт-ара фонды идаралығы рәйестәше, гуманитар хеҙмәттәшлек буйынса советтағы Рәсәй вәкиле

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостандың Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәре менән иҡтисади бәйләнештәре нығый, тауар әйләнеше арта, сәнәғәт кооперацияһына иғтибар бүленә.

Маҡсаттар ҙа уртаҡ - гуманитар хеҙмәттәшлекте үҫтереү. Форум 19 сентябргә тиклем дауам итә, уның һөҙөмтәләре буйынса резолюция ҡабул ителә. Ә инде киләһе йыл күләмле сара Әзербайжандың Лачин ҡалаһында үтә. Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһенең мәҙәни үҙәге статусын аласаҡ төбәк вәкилдәре әлеге форумда уҡ күргәҙмәлә ҡатнашып, милли йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, аш-һыуы менән таныштырҙы.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ