Сибай ҡала округындағы Төйәләҫ ауылында «Үҫеш нөктәһе» белем биреү үҙәген асыу тантанаһы үтте

Сибай ҡала округындағы Төйәләҫ ауылында «Үҫеш нөктәһе» тәбиғи фәндәр һәм технологик йүнәлештәге белем биреү үҙәген асыу тантанаһы үтте. 11-се мәктәптә урынлашҡан үҙәк «Мәғариф» милли проектының «Заманса мәктәп» федераль программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылған.

Үҙәккә яңы микроскоптар, физика дәрестәрендә ҡулланыуға ҡорамалдар, техника менән эшләү өсөн кәрәкле инструменттар һәм деталдәр һатып алынған. Был уҡыусыларға үҙ белемен тағы ла тәрәнәйтергә мөмкинлек бирер тип күҙаллана.» Үҫеш нөктәһе» үҙәктәре бөтә ил буйынса,ҡайҙа йәшәүҙәренә ҡарамай, бөтә балаларҙың да белем биреү ресурстары менән тигеҙ ҡуллана алыуын тәьмин итеү маҡсатында булдырыла. Проекттың мөһимлеген мәктәп директоры Зилә Вәлитова ла билдәләп үтте.

Беҙҙең мәктәптә өс кабинет биология, химия, физика, экология, робот техникаһы фәндәренән һанлы лабораториялар менән йыһазландырылды. Һәр кабинетта ремонт уҙғарылды,беҙҙең балаларға фән менән шөғөлләнеүгә уңайлы шарттар булдырылды.

Зилә Вәлитова, Төйәләҫ ауылы 11-се урта мәктәбе директоры
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ