Хәйбулла районының Бүребай ауылында халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү сифаты яҡшыра

«Бүребай тау- байыҡтырыу комбинаты» ярҙамы менән Бүребай ауылының табип амбулаторияһына яңы күсмә ультратауыш диагностикаһы аппараты һатып алынған, шулай уҡ стоматология ҡоролмаһы бүләк ителгән, кабинеттарға кондиционерҙар ҡуйылған. Коллективҡа медицина юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң ике йәш белгес эшкә ҡайтҡан. Тау-мәғдән предприятиеһы ярҙамында шулай уҡ 380 вольт ҡеүәтле 40 аккумулятор һатып алынған. Электр уты һүнгән осраҡта, улар Бала табыу йортоноң һәм операция блогын электр энергияһы менән 9 сәғәт буйы тәьмин итә ала.

Ике йыл эсендә амбулаторияла капиталь ремонт яһалды. Бөтә йыһаздар һәм медицина техникаһы яңыртылды. Эш өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылды

Рәмил Рәхмәтов, Бүребай ауылы амбулаторияһы табибы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ