Ишембай районында «Стәрлетамаҡ - Белорет - Магнитогорск» трассаһында капиталь ремонт дауам итә

Был юл участкаһы Башҡортостанды Силәбе өлкәһе менән тоташтырыусы төп транспорт артерияһы булып тора. Көндәр йылы торғанда эшселәр 8 саҡрым юл участкаһында асфальт ҡатламын түшәмәксе. Маҡарҙан Ҡолғона ауылына тиклемге яңыртылған юлда тиҙлек режимы сәғәтенә 80 км буласаҡ. Әммә урыны менән сикләүҙәр буласаҡ, сөнки юл участкаһы хәүефһеҙлек талаптары буйынса ҡатмарлы һанала.

«Стәрлетамаҡ - Белорет - Магнитогорск» трассаһы шулай уҡ билдәле туристик маршруттарҙың береһе, шуға ла юл участкаһын төҙөкләндереү маҡсаты ҡуйылған .Әле эшселәр 4 саҡрым юлды ремонтлаған. Ишембай районынан тыш 2025 йылда Әбйәлил районындағы трассаға ла асфальт түшәләсәк.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ