Нефтекамала Сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙға ярҙам итә

Урындағы халыҡ менән бергә улар гуманитар ылау туплап яугирҙарыбыҙға алып бара. Кәрәк-яраҡтар ир-егеттәрҙең заказы буйынса йыйыла. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғилметдинова яҙмаһында.

Покрышка, көрәк, генератор, окоп шәмдәре һәм эсәр һыу. Был ветерандар туплаған гуманитар ылауҙың бер өлөшө генә. Улар бер нисә көн эсендә йыйылған. Ветерандарға ярҙамға ҡала һәм яҡын-тирәләге райондар халҡы ла ҡушылған. Кем аҡсалата, кем әйберҙәр менән - ҡулдан килгәнсә еңеүгә үҙ өлөшөн индерергә тырыша.

Ветерандар махсус хәрби операцияға ике ай һайын йөрөй. Һалдаттар өсөн кәрәк-яраҡ ташыу өсөн «Газпром» ойошмаһы ирекмәндәргә бушлай йөк машинаһы ла бүлгән. Ҡайһы саҡ яугирҙар махсус командировка буйынса гуманитар ылауҙы үҙҙәре килеп ала. «Гризли» ҡушаматлы яугирға резиналы туҡыма тейәнеләр. Ул блиндаждарҙың стеналарын ҡаплау өсөн тотоноласаҡ. Материал еүешләнмәй һәм ҡояшта ҡыҙмай. Тимәк, дошман тепловизоры һалдаттарҙы тапмаясаҡ.

Ветерандар махсус хәрби операцияға машиналар ҙа ебәрә. Техниканы йә үҙҙәре һатып ала, йә халыҡ биргәнде ремонтлай. УАЗ «буханка» яугирҙарға оҙатыр өсөн әҙер. Ә был Учалынан килгән техниканы әлегә ремонт көтә .

Рәзилә Ғилметдинова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ