Иглин районы Кәлтә ауылында икмәк фестивале уҙғарылды

Тап ошо ауылда Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында икмәк бешерелә башлай, ул артабан ауыл брендына әйләнә. Әйткәндәй, 80 йыл элек асылған икмәк бешереү цехы әле лә эшләй. Ауылдың үҙәк майҙанында икмәк-булка изделиелары бешереү буйынса төрлө оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Ҡунаҡтар бәлеш, ҡыҫтыбый, ҡоймаҡ, бауырһаҡ тәҡдим итте.

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тәбиғи материалдарҙан кейемдәр ҙә әҙерләгән. Туҡыма урынына бесән, бойҙай башаҡтары һәм төрлө сәскәләр ҡулланған. Фестивалдең төп ярышы икмәк бешереү буйынса оҫталыҡ конкурсы ине. Һөҙөмтәлә иң яҡшы икмәкте Балтиканан Белорус диаспораһы командаһы бешергән. Улар үҙҙәренең ижадын «Белорус ҡамыр аштары» тип атаған.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ