Өфө Граждандарҙы яҡлау идаралығының эҙләү-ҡотҡарыу отряды ойошторолоуға 25 йыл тулыу уңайынан мурал барлыҡҡа килде.
Комсомол урамы, 12/1 адресы буйынса урынлашҡан бинаның фасадында рәссамдар 2023 йылда Төркиәләге ер тетрәүҙән һуң емереклектәрҙе таҙартыуҙа эшләгән ҡотҡарыусының образын һүрәтләгән.
Граффити ойошмала эшләүсе барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә арнала. Шуға күрә ҡотҡарыусының йөҙө битлек менән ҡапланған, был хәүефһеҙлек техникаһын үтәүҙе генә түгел, ә идаралыҡтың эҙләү-ҡотҡарыу отрядының бөтә хеҙмәткәрҙәрен дә символлаштыра.
Муралдың авторы Владислав Столяров әле икенсе объектта эшләй. Ул Шота Руставели урамындағы йорттоң стенаһын биҙәй. «Башҡортостан ихаталары» проекты буйынса биш ҡатлы йорттоң стенаһында Шота Руставелиҙың поэмаһынан алынған композиция барлыҡҡа киләсәк.






