Баймаҡ районында йорт тирәһендә сәскә үҫтереүсе хужабикәләр бик күп. Ошо матурлыҡты тыуҙырыусы һәм яратыусыларҙың береһе Баймаҡ районы Ишмырҙа ауылында йәшәй. Киләһе сюжетта ҡарағыҙ.
Ишмырҙа ауылында йәшәүсе Рәүфә Яҡшығолованың урамына килеп ингән һәр кем үҙен сәскәләр “батшалығында” кеүек хис итер. Бында розаның 20, георгиндың 15 төрөнән тыш, гортензия, хризантема, климатис, петуния һәм башҡаларын күрергә мөмкин. Сабырлыҡ, тырышлыҡ талап иткән шөғөлдө үҙ иткән баҡсасының гөл-сәскәләрҙе дөрөҫ ултыртыу, уларҙы тәрбиәләү, ябай булмаған орлоҡтар яҙҙырып алыу буйынса ла тәжрибәһе ҙур.
Тырыш ғаиләнең шөғөлө гөл‐сәскә үҫтереү менән генә сикләнмәй. Улар беҙҙең яҡтың климатына яраҡлы ҡыяр, помидор, баҡса еләге, виноградтан йыл һайын мул уңыш алалар. Йорт хужаһы Зәбих Иҫәндәүләтов та оҫта ҡуллы. Йорт‐ҡураның төҙөк булыуы, ишле мал‐тыуар, ҡош‐ҡорт ҡарау уның иңендә.
Ишек алдында сәскәләрҙән бына ошондай ожмах мөйөшөн теләгән һәр кем яһай ала. Ә бына Ишмырҙа уңғандары тормош матурлығына һоҡланып, уға тағы ла йәм өҫтәргә тырыша төҫлө. Үҙҙәренең шөғөлөнән дәрт алып, экологик яҡтан таҙа йәшелсә-емеш үҫтереп, мул уңыш алып йәшәй улар.
Раушания Рәхимова






