Спорт министры вазифаһын башҡарыусы Руслан Хәбибов белдереүенсә, ГТО нормативын үтәгән хаҡлы ялдағы кешегә сертификат бирелә. Уны спорт секцияларын йөрөү өсөн файҙаланырға мөмкин. Уҙған йылда сертификатты 1 мең 400 пенсионер алған. Быйыл уларҙың һанын 2 меңгә еткереү планлаштырыла.







