Республика йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Украина ғәскәрҙәре һөжүменән зыян күреүселәргә 51 тоннанан ашыу ярҙам оҙатылған. Әле лә кәрәк-яраҡ туплана. Гуманитар ярҙам Өфөлә, Пушкин урамы 86 адресы буйынса, Республика ирекмәндәр үҙәгендә туплана.







