Башҡортостанда аттракциондарҙы тикшерҙеләр

Был тема хөкүмәт ултырышында ҡаралды. Республикала 1 мең ярым күңел асыу ҡоролмаһы иҫәпләнә. - Аттракциондар хәүефле объект булып тора. Быйыл уҙғарылған тикшереүҙәрҙән һуң уларҙың 98 проценты эшләү өсөн рөхсәт алған, - тип белдерелде.  Республика хөкүмәте премьер-министры вазифаһын башҡарыусы  Андрей Назаров ҡышҡы аттракциондарҙы яңы миҙгелгә әҙерләргә, улар эшмәкәрлеген контролгә  алырға ҡушты. 

Фото №1 - Башҡортостанда аттракциондарҙы тикшерҙеләр
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ