«Өфө-Арена» комплексы алдында яугирҙарҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу тантанаһы үтте

«Өфө-Арена» комплексы алдында ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙарҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу тантанаһы үтте. Мобилизация буйынса, шулай уҡ контракт буйынса хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙ Запорожье йүнәлешендә хәрби бурысын үтәй. Алғы һыҙыҡҡа улар автобуста юлланды, үҙҙәре менән гуманитар ярҙам, шул иҫәптән, маскировка селтәрҙәре лә алыусылар булды. Отпуск мәленә килгәндә, барыһы ла ғаиләләре янында булған, аяҙ, йылы көндәр күптәргә тәбиғәттә ял итеп, көс туплау мөмкинлеге биргән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контрактты 60 йәшкә, айырым осраҡтарҙа 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр төҙөй ала. Килешеүгә элек хеҙмәт итмәгән, әммә юғары йәки урта һөнәри белем алған граждандар ҙа ҡул ҡуйырға хоҡуҡлы. Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөүселәргә аҡсалата түләү йылына 3 млн 725 мең һумдан башлана.

Хәрби контракт төҙөргә теләүселәр экранда күрһәтелгән телефон һандары буйынса шылтырата ала. Шулай уҡ үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуапты «Минең документтарым» күп функциялы үҙәк офистарында белешергә мөмкин. Һайлап алыу пункты телефон һандары - 248-29-31. Өфөнөң коды 347.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ