Республикала башҡорт тоҡомло йылҡы ҡанынан уникаль дарыу эшләнә

Башҡорт тоҡомло йылҡы ҡанынан уникаль дарыу эшләнә. Ул кешеләрҙе дауалауҙа түгел, башҡа хайуандарға ҡулланыла. Бының менән Кушнаренко районындағы «Башагроген» ойошмаһы шөғөлләнә. Хужалыҡ йылҡыларынан ҡан алынып, Мәскәүгә ебәрелә. Препарат өсөн генетик материалды алыу өсөн, бейәнең быуаҙ булыуы шарт. Дарыуҙың файҙаһы тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғилметдинова һөйләй.

Тәү ҡарашҡа ҡурҡыныс күренһә лә, бейә өсөн ҡан алыу хәүефһеҙ. Ҡарындағы ҡолон өсөн дә борсолаһы түгел, ти ветеринар. Йылҡылар ауыртыуға сыҙамлы. Сығарылған ҡан күләме бейәнең ауырлығынан тора. Хайуандан бер ваҡытта яҡынса 4,5-5 литр генетик материал алырға мөмкин.

Башҡа хайуандарҙа ундай гормон юҡ. Ә башҡорт тоҡомло йылҡыла уның миҡдары айырыуса юғары. Ҡан алғандан һуң, бейәгә витамин ҡаҙала. Һаулығы зарар күрмәһен өсөн, файҙалы элементтар менән байытылған аҙыҡ ашатыла. Ҡандан әҙер препарат әҙерләү - ҡатмарлы процесс. Шуға генетик материал стерилле лабораторияла һаҡлана. Унда ҡан эшкәртелә һәм консервациялана.

Боҙолған материалды дарыу өсөн файҙаланып булмай. Әҙер препаратты төрлө хайуандарҙа - һыйыр, һарыҡ, ҡуян, хатта балыҡтарҙа ҡулланырға ярай. Ул ҡыҫырлыҡты дауалау, тоҡомсолоҡто арттырыу өсөн алыштырғыһыҙ дарыу. Илдә санкциялар индерелеү менән, был технологияға ихтыяж тағы ла арта. Әҙер препарат Рәсәйҙә генә түгел, башҡа илдәргә лә һатыла.

Рәзилә Ғилметдинова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ