«Салауат Юлаев» клубы һөжүмсеһе Глеб Кузьминдың хәле бик ауыр

Был хаҡта юлаевсыларҙың баш тренеры Виктор Козлов «Авангард» менән кисәге осрашыуҙан һуң белдерҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, икенсе осорҙа дәғүәселәр һаҡсыһы

Даррен Диц ҡағылғандан һуң яҡташыбыҙ юғары тиҙлектә башы менән бортҡа барып бәрелә. Судьяларға матчты туҡтатырға тура килә. Ваҡиғанан һуң форвард бер аҙ ваҡыт боҙҙа ята. Ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре хоккейсыны майҙандан күтәреп алып китә. Әле Глеб Кузьмин реанимацияла ята. Уның атаһы улының умыртҡа һөйәге һыныуы тураһында хәбәр иткән. Уйынға килгәндә, Өфө клубы 4-2 иҫәбе менән еңеү яуланы. Шайбаларҙың береһен йәш һаҡсы Илдан Ғәзимов индерҙе. Был уңыштан һуң Башҡортостан командаһы «Нефтехимик» менән тәүге ике урынды бүлешә. Киләһе осрашыуын яҡташтарыбыҙ 21 сентябрҙә Ярославлдә «Локомотив» менән үткәрә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ