«Салауат Юлаев» клубы етәксеһе ауыр йәрәхәтләнгән хоккейсының хәленә аңлатма бирҙе

Күкрәк тәңгәленән умыртҡа һөйәге һынған Глеб Кузьмин өсөн быйылғы миҙгел бик иртә тамамланыуы ихтимал. «Салауат Юлаев» клубы етәксеһе Ринат Бәширов ауыр йәрәхәтләнгән хоккейсының хәленә аңлатма бирҙе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә юлаевсылар «Авангард» менән осрашты. Икенсе осорҙа дәғүәселәр һаҡсыһы Даррен Диц этеп ебәреүҙән Глеб Кузьмин башы менән ныҡ ҡына бортҡа барып бәрелә. Судьяларға матчты туҡтатырға тура килә. Ваҡиғанан һуң форвард бер аҙ ваҡыт боҙҙа ята. Ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре хоккейсыны майҙандан күтәреп алып китә. Әле Глеб Кузьмин реанимацияла.

Табиптар өҫтәмә тикшереү кәрәк буласағын әйтте. Бының өсөн ике-өс көн талап ителә. Беҙ Мәскәү табиптарын йәлеп иттек. Белгестәр яҡынса диагноз ҡуйҙы, әммә был ысынлап та, етди йәрәхәт. Әлегә Глеб миҙгел аҙағына тиклем уйнай алмаясаҡ тип әйтеп булмай. Әммә беҙ уның оҙаҡ дауаланасағын яҡшы аңлайбыҙ.

«Авангард» менән уйынға килгәндә, Өфө клубы 4-2 иҫәбе менән еңеү яуланы. Шайбаларҙың береһен йәш һаҡсы Илдан Ғәзимов индерҙе. Был уңыштан һуң Башҡортостан командаһы «Нефтехимик» менән тәүге ике урынды бүлешә. Киләһе осрашыуын яҡташтарыбыҙ 21 сентябрҙә Ярославлдә «Локомотив» менән үткәрә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ