Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренең ижади һәм ғилми интеллегенцияһы форумында иң яҡшы инклюзив тәжрибәләр өйрәнелде. Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға сәнғәт өлкәһе менән танышыу өсөн шарттар булдырыу юлдарын барланы.
Спектаклдәрҙә һәм арт-терапияла тифло-комментарий ҡулланыу, музей экспозициялары өсөн видеогидтар әҙерләү, ижади киңлектәр өсөн махсус ҡушымталар эшләү, ғөмүмән, уңайлы мөхит булдырыу мәсьәләһе күтәрелде. «Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» социаль технологиялар үҙәге етәкселеге инклюзив балалар ижады фестивале ойоштороу тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Осрашыу төрлө илдәрҙең мәҙәни берләшмәләре араһында хеҙмәттәшлекте нығытып, берҙәм проекттар өҫтөндә эшләү маҡсатына ҡоролдо.






