Өфөлә Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренең ижади һәм ғилми интеллегенцияһы форумы дауам итә. Программаға ярашлы, бөгөн «Ижади инновациялар һәм милли мәҙәни традициялар», «Ирекмәнлек - йәмғиәттең үҫеш ресурсы» темаларына дискуссиялар үтә. Һанлаштырыу заманында фән һәм мәғариф өлкәһе лә иғтибарға алынды. Рәсәй төбәктәренән, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Төркмәнстан, Тажикстан һәм Әзербайжандан килгән делегация вәкилдәре ҡаҙаныштары менән таныштырып, хеҙмәттәшлектә яңы йүнәлештәр билдәләне, мәғариф программалары, һанлы грамоталыҡ буйынса сығыш яһаны. Йәш ғалимдар менән эште көсәйтеү, Халыҡ-ара стажировкаларҙы күберәк ойоштороу бурысы ҡуйылды.
Форум ҡунаҡтары бөгөн Башҡортостан Милли музейында Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә арналған түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашты. Был тема осраҡлы һайланмаған. Киләһе йыл Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәрендә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы сиктәрендә үтә, һәр илдең үҙенең Геройы бар, уларға һәйкәлдәр ҡуйылған. Түңәрәк өҫтәл ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлығына хөрмәт күрһәтеү генә түгел, ә дөйөм мираҫты, тарихи хәтерҙе һаҡлау буйынса эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу платформаһы ла булып тора. Сөнки бында заманса эш алымдары, материалдарҙы һанлы форматҡа күсереү хаҡында ла һүҙ бара. Гуманитар форумда ҡатнашыусылар билдәләүенсә, сара халыҡтар араһында дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен һәм хеҙмәттәшлекте үҫтерергә, тарихты һаҡларғаа, йәш быуынға тапшырырға булышлыҡ итә.






