“Роснефткә” ҡараған “Башнефть” автозаправка комплекстарында үҙ аллы хеҙмәтләндереү кассалары эшләй башланы. Интерфейс ҡулланыу өсөн бик уңайлы: һанлы касса экранында бөтә колонкалар күренә, клиент кәрәкле күләмдә яғыулыҡ һайлай йәки билдәле бер суммаға уны тултыра ала. Бынан тыш, АЗС операторҙарына мөрәжәғәт итмәйенсә, үҙ аллы сәй, кәһеүә, башҡа тауарҙар һатып алырға мөмкин. Башҡортостандағы яғыулыҡ станцияларында был беренсе проект. Әле “Башнефть” селтәрендә Рәсәйҙә етештерелгән 24 үҙ аллы хеҙмәтләндереү кассаһы ҡуйылған, 2024-2025 йылдарҙа яңылыҡты тағы ла 100-ҙән ашыу АЗС-ҡа индереү планлаштырыла. Был үҙ сиратында конкуренция булдыра, ҡулланыусыларға уңайлылыҡ тыуҙыра, хеҙмәтләндереү тиҙлеген арттыра. Эшмәкәрлектең бөтә өлкәләрен дә цифрлаштырыу— “Роснефть-2030” стратегияһының төп күрһәткестәренең береһе.








