Радий Хәбиров балаларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен Ҡурсаҡ театрына саҡыра

“Бөгөн Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры 93-сө ижад миҙгелен аса. Ул яңыртылған, заманса һәм уңайлы бинала башлана. Ижади труппа уҙған йылдың декабренән 400-ҙән ашыу спектакль ҡуйған.  Уларҙы 80 меңдән ашыу тамашасы ҡараған”, - тип яҙа Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. Яңы миҙгелдә премьералар, республика ҡала һәм райондарына гастролдәр, фестивалдәрҙә ҡатнашыу ҡаралған. “26 сентябрҙән 29-на тиклем Сергей Образцов исемендәге Дәүләт академия үҙәк Ҡурсаҡ театрын ҡунаҡҡа көтәбеҙ. Улар бер нисә спектакль күрһәтә. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында балалар студияһы эшләй башланы.  Режиссер, актер һәм рәссамдар балалар менән бергә һүрәт төшөрә, ҡурсаҡтар эшләй, декорациялар уйлап сығара һәм спектаклдәр ҡуя. Театрҙа октябрҙә мультимедиа уйын залын асырға ниәтләйбеҙ. Компьютер технологиялары ярҙамында балалар һәм уларҙың ата-әсәләре башҡорт мәҙәниәте,  легендалар һәм риүәйәттәр менән таныша ала”, - тип белдергән Радий Хәбиров.

Бөгөн Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры  кескәй тамашасыларға “Аҡбуҙат” эпосы буйынса ҡуйылған “Тылсымлы ат күле” әкиәтен тәҡдим итә. Театрҙың проекттар етәксеһе Эльвира Дәүләтбирҙина һөйләй.

Радий Хәбиров балаларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен Ҡурсаҡ театрына саҡыра

 Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына капиталь ремонт үткәрелде. Ул яңыртылғандан һуң былтыр 23 декабрҙә асылды.

Фото №1 - Радий Хәбиров балаларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен Ҡурсаҡ театрына саҡыра
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ