Автоинспекторҙар ир-егеттәрҙе контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырмай

Ауыл чаттарында  оло йәштәге ҡатындың аудиояҙмаһы таралған. Уның һүҙҙәренсә, автоинспекторҙар ирҙәргә хәрби хеҙмәт тураһында контракт тарата. Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы идаралығы был мәғлүмәттең ялған булыуы тураһында белдерҙе. “Автоинспекторҙар вазифаһы буйынса кешеләр менән аралаша ала. Әммә уларҙың повестка тапшырыу һәм хәрби контрактҡа ҡул ҡуйҙырыу вәкәләте юҡ”, - тип хәбәр иттеләр республика дәүләт автоинспекцияһынан.

Фото №1 - Автоинспекторҙар ир-егеттәрҙе контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырмай
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ